Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апреля 2024, 07:00

Башҡортостан Ырымбур өлкәһенә тағы 80 тонна һыу ебәрәсәк

Ырымбур өлкәһендә зыян күргән халыҡ өсөн беҙҙән һигеҙ йөк фураһы составында алты конвой китте. Йөктә 136 тонна эсәр һыу һәм 3 меңдән ашыу гигиена кәрәк-ярағы һалынған.

Башҡортостан Ырымбур өлкәһенә тағы 80 тонна һыу ебәрәсәкБашҡортостан Ырымбур өлкәһенә тағы 80 тонна һыу ебәрәсәк
Башҡортостан Ырымбур өлкәһенә тағы 80 тонна һыу ебәрәсәк

Был хаҡта 15 апрелдә ЦУР-ҙа хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Дәүләт комитеты етәксеһе Кирилл Первов хәбәр итте.

"Ағымдағы аҙнала был эш дауам ителәсәк. 80 тоннанан ашыу һыу ебәрергә кәрәк. Шулай уҡ 14 апрелдә Ырымбурға профилле министлы-ведомство вәкилдәренән торған 33 кешенән һәм 11 берәмек насос техникаһынан торған йыйылма төркөм ебәрелде. Ырымбурҙа эш өсөн участка билдәләнгән, штаб менән үҙ — ара эш итеү ойошторолған», - тип хәбәр итте ул.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас