Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Апрель 2024, 05:46

Башҡортостан менән Төркиә араһында тауар әйләнеше бер ай йомғаҡтары буйынса 83,6 процентҡа үҫкән

Һүҙ ағымдағы йылдың ғинуары тураһында бара. Быйылғы күрһәткесте былтырғыһы менән сағыштырғанда - үҫеш 83,6 процент!

Башҡортостан менән Төркиә араһында тауар әйләнеше бер ай йомғаҡтары буйынса 83,6 процентҡа үҫкәнБашҡортостан менән Төркиә араһында тауар әйләнеше бер ай йомғаҡтары буйынса 83,6 процентҡа үҫкән
Башҡортостан менән Төркиә араһында тауар әйләнеше бер ай йомғаҡтары буйынса 83,6 процентҡа үҫкән
Шул уҡ ваҡытта ике республика араһындағы тауар әйләнешенең 88 проценты Башҡортостан продукцияһы экспорты. Былтыр сауҙалашҡан дәүләттәр араһында Төркиә икенсе урында булған.
Беҙҙән Төркиәгә башлыса химия, нефтехимия, ағас эшкәртеү сәнәғәте, агросәнәғәт комплексы тауарҙары һатыла.
Инвестиция өлкәһендә лә яҡшы хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Әлеге ваҡытта фармацевтика, машиналар эшләү, мәғлүмәт технологиялары, ауыл хужалығы, туризм тармағы буйынса проекттар көнүҙәк һанала.
Фото: Министерство внешнеэкономических связей и конгрессной деятельности Республики Башкортостан.
 
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас