Фажиғә борттағы 2208 - 2225 кешенән 1495-тән 1640-ҡа тиклем кешенең ғүмерен өҙә. Бөтәһе 712 кеше эвакуациялана.
Кешеләрҙең күпселеге һыуҙа туңып һәләк була, сөнки океан һыуының температураһы −2 °С тәшкил итә. "Титаник" тулыһынса батҡандан һуң сәғәт ярым үткәс, фажиғә урынына "Карпатия" пароходы килә һәм тере ҡалғандарҙы шлюпкала алып китә. Был ваҡиға киләһе 75 йыл дауамында - 1987 йылдың 20 декабренә тиклем, Филиппин паромы "Донья Пас" һәләкәтенә - 4000-дән ашыу кешенең ғүмере өҙөлгәнгә тиклем, тыныс ваҡыттағы иң ҙур диңгеҙ һәләкәтенә әйләнә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.