БР Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы мәғлүмәте буйынса, быйыл Бөрө һәм Туймазы ҡалаларында, Өфөнөң Башҡортостан Сәскәләре ҡасабаһында, Шишмә, Ҡыйғы һәм Кушнаренко ауылдарында һыу менән тәьмин итеү системаһы төҙөләсәк.
2023 йылда Әлшәй, Бөрө, Күгәрсен, Туймазы, Хәйбулла, Өфө, Краснокама, Иглин, Шишмә, Ҡыйғы һәм Кушнаренко райондарында һәм Өфөлә 12 эсәр һыу менән тәьмин итеү объекты төҙөлдө. Был объекттар 1,2 миллиард һумдан ашыу күләмдә финансланды, шул иҫәптән федераль бюджеттан 1,19 миллиард һум.