Зыян күреүселәр өсөн эсәр һыу, аҙыҡ-түлек, һауыт-һаба, кейем-һалым, түшәк кәрәк-ярағы, электр сәйнүк һәм башҡа бик күп нәмә йыйылған. Бынан алдараҡ Орскиҙың һыу баҫҡан райондарында йәшәүселәргә Сибай мәғлүмәт үҙәге коллективы гуманитар ярҙам килтергән.
Гуманитар ярҙамды бүлеүҙә Ырымбур өлкәһенең "Халыҡ фронты" йәмәғәт хәрәкәте ирекмәндәре ҡатнаша.
Фото: Республика мәғлүмәт үҙәге.