Росстатҡа һылтанып, UfaTime.ru хәбәр итеүенсә, бер аҙнала, 2 апрелдән 8-енә тиклем, республикала бензинға уртаса хаҡ 0,15 процентҡа, 52,56 һумға тиклем артҡан. АИ-92 литры хәҙер уртаса 49,63 һум тора, АИ-95 - 53,82 һум (элек 53,59 һум ине), АИ-98 һәм унан юғарыраҡ - 65,8 һум. Шулай уҡ дизель яғыулығының хаҡы ла арта: литры 61,82 һумдан 62,84 һумға тиклем.
Билдәләнеүенсә, иҫәп осоронда Рәсәйҙең 56 субъектында бензин ҡиммәтләнгән. Мәҫәлән, Ивановск өлкәһендә 0,7 процентҡа артҡан. Өс төбәктә яғыулыҡ арзанайған: Владимир һәм Кострома өлкәләрендә (-0,2%) һәм Дағстан Республикаһында (-0,1%). Дөйөм алғанда, ил буйынса бензиндың уртаса хаҡы литры 54,8 һум тәшкил итә. Иң арзан яғыулыҡты Алтай крайында һәм Комиҙа (49,88 һәм 50,31 һум), иң ҡиммәтен Сахалин өлкәһендә һәм Яҡутстанда (69,67 һәм 69,3 һум) ҡоялар.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.