Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Апрель 2024, 10:30

Башҡорт ҡурсаҡ театры «Ҡурсаҡ театры артисы» һөнәренә йүнәлтмә буйынса уҡырға студенттар йыя

Ниндәй юғары уҡыу йорттарына уҡырға инергә мөмкин:- Санкт-Петербург ҡалаһының Рәсәй дәүләт сәхнә сәнғәте институты. Көндөҙгө уҡыу формаһы, 10 бюджет урыны;- Новосибирск дәүләт театр институты (НГТИ). Көндөҙгө уҡыу формаһы, 5 бюджет урыны.Студенттарға дөйөм ятаҡтан урын бирелә. Уҡыуҙы тамамлағас, белгес башҡорт ҡурсаҡ театрында 5 йыл эшләргә тейеш.

Башҡорт ҡурсаҡ театры «Ҡурсаҡ театры артисы» һөнәренә йүнәлтмә буйынса уҡырға студенттар йыяБашҡорт ҡурсаҡ театры «Ҡурсаҡ театры артисы» һөнәренә йүнәлтмә буйынса уҡырға студенттар йыя
Башҡорт ҡурсаҡ театры «Ҡурсаҡ театры артисы» һөнәренә йүнәлтмә буйынса уҡырға студенттар йыя

Юғары уҡыу йортона инеү өсөн рус теле һәм әҙәбиәте буйынса БДИ һөҙөмтәләре, шулай уҡ бер нисә этапта ижади һайлап алыу турын үтергә, шулай уҡ:

- анкета тултырырға;
- Өфөлә абитуриентты тыңлап ҡараясаҡтар. Уның графигы күрһәтелгән һылтанмала урынлаштырыласаҡ: vk.cc/cw4LmI.
- юғары уҡыу йорттарында ижади йүнәлештәге имтихандар тапшырырға кәрәк буласаҡ.

➡ Республика биләмәһендә даими йәшәгән:

- 11-се класс уҡыусылары;
- тамамланған урта махсус йәки юғары белемле йәштәр алдан һайлап алыу турына ғариза бирә ала.

Ҡатнашыу өсөн ғариза тултырырға һәм, «Йүнәлтмә менән уҡырға инеү» билдәһен ҡуйып, электрон адресҡа kadrybashpuppet@mail.ru хат ебәрергә кәрәк. Анкеталар 2024 йылдың 20 апреленә тиклем ҡабул ителә.

???? Белешмәләр өсөн телефондар: 8 (347) 216-46-75, 8 (347) 216-37-41.

Тулыраҡ мәғлүмәт — РГИСИ (www.rgisi.ru) һәм НГТИ (ngti.ru) сайттарында.

#Аңлатабыҙ_Башҡортостан

Фото: https://vk.com/anlatabiz102

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас