250 г имбирь тамырын йыуып таҙартып, нәҙек кенә киҫәктәргә турап, бәләкәй генә банкаға тултырырға, өҫтөнә сыҡҡансы араҡы ҡойорға. Ҡапҡасын ябып, 2 аҙнаға ҡараңғы ҡоро урынға ҡуйып төнәтергә. Ваҡыты-ваҡыты менән һелкетеп торорға онотмағыҙ. Әҙер булғас һөҙөп алып, 2 ҡалаҡ бал өҫтәргә. Көнөнә ике тапҡыр ашарҙан алда берәр балғалаҡ эсергә.
Был боронғо Тибет рецебы бик һөҙөмтәле. Төнәтмәне организмды тонуста тотоу өсөн файҙаланалар, ангина менән һалҡын тейеп ауырығанда шифаһы ҙур. Күреү һәләтен яҡшырта, ир-егеттәрҙең һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙың сексуаль әүҙемлеген көсәйтә. Ҡан таҙара һәм организмдың һаҡланыу үҙенсәлеге күтәрелә.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.