- Бөгөн, 13 апрелдә, "Йәшел Башҡортостан" республика экологик акцияһы үткәрелгән көндә, Мәләүез халҡы киң күләмле яҙғы өмәгә сыҡты. Сара бер нисә йөҙ кешене берләштерә: ҡаланың ойошмалары, учреждениелары һәм предприятиелары хеҙмәткәрҙәре шәмбе иртән "Дан" паркын таҙартыуға үҙ көстәрен һалды, - тип яҙа "Октябрь юлы" баҫмаһы хәбәрсеһе Эльвира Подрядова. - Район хакимиәте башлығы Рөстәм Наил улы Шәмсетдинов та ҡала халҡына ярҙам итергә килде, ул был сараның мөһимлеген билдәләне, барлыҡ ҡатнашыусыларға уңышлы эш теләне һәм үҙе лә "Дан" паркының йәмәғәт биләмәһен йыйыштырыу эшенә тотондо.
Афариндар, һүҙ ҙә юҡ!
Фото: Э.Подрядова.