Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Апрель 2024, 14:00

120-се гуманитар конвой

Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың ҡушыуы буйынса Башҡортостан Республикаһынан ирекмәндәр һәм мобилизацияланғандар өсөн 120-се гуманитар конвой юлға сыҡҡан.

120-се гуманитар конвой120-се гуманитар конвой
120-се гуманитар конвой

Адреслы ярҙамды ойоштороуҙа ойошмалар, йәмәғәт берекмәләре, шулай уҡ республиканың 7 муниципаль берәмегенең вайымһыҙ булмаған граждандары әүҙем ҡатнашҡан. Йөк составына 12 автомобиль, 59 кубометр ағас материалдары, 32 кубометр йылытыу уттары, 1 мобиль мунса, бензобысҡылар, генераторҙар, маскировка селтәрҙәре, фонарҙар, газ баллондары, иретеп йәбештереү аппараты, селтәр-рабица, һыу өсөнканистрҙар, балыҡ тотоу селтәрҙәре, автомобиль өсөн запас частар, төҙөлөш материалдары, шәхси гигиена саралары, кейем, түшәк-яраҡ, аҙыҡ-түлек, медикаменттар һәм туғандарҙан посылкалар ингән. "Йөк Рәсәй Федерацияһының 3 яңы субъектында дислокацияланған 13 хәрби подразделение өсөн тәғәйенләнгән", - тип билдәләне Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов. Ул гуманитар ярҙам ойоштороуҙа һәм оҙатыуҙа ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе. Яугирҙарыбыҙға тиҙ арала еңеү менән өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләйбеҙ!

Фото: Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты.

120-се гуманитар конвой
120-се гуманитар конвой
120-се гуманитар конвой
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас