Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2024, 16:45

Юлды түгел, ғүмерен ҡыҫҡарта яҙған бит!

Ҡариҙел районы Атамановка ауылынан 1984 йылғы ир юлды ҡыҫҡартыр өсөн йылға аша тура сыҡҡан. Тик икенсе ярға барып етә алмай, боҙло һыуға сумған...

Юлды түгел, ғүмерен ҡыҫҡарта яҙған бит!Юлды түгел, ғүмерен ҡыҫҡарта яҙған бит!
Юлды түгел, ғүмерен ҡыҫҡарта яҙған бит!

Ярай ҙа уны ауылдашы күреп ҡалып, кәмәлә янына ашыҡҡан. Барып етеп, инде тамам хәлдән тайған иргә кәмәгә менергә ярҙам иткән. Был ваҡытта ярҙан шаһиттар саҡырып алған ҡотҡарыусылар ҙа аэрокәмәлә килеп, ҡотҡарылған ирҙе ярға алып сыға, яҡындағы йылы бүлмәгә алып киләләр, ҡоро кейем бирәләр һәм беренсе ярҙам күрһәтәләр. Медицина ярҙамынан зыян күреүсе баш тарта. 

Боҙға яҡын да юламағыҙ, тип балаларҙы иҫкәрткән булабыҙ, бында өлкәндәргә лә ликбез талап ителә икән әле ул!

Фото: МЧС РБhttps://web.telegram.org/a/#-1001799078240

Юлды түгел, ғүмерен ҡыҫҡарта яҙған бит!
Юлды түгел, ғүмерен ҡыҫҡарта яҙған бит!
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас