Бөгөн Өфөнөң К.Маркс урамындағы скверҙа бысаҡ менән ҡоралланған 1995 йылғы ир кешеләргә бәйләнгән. Урынға килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре уны тынысландырырға маташҡан, тик наркотиктар йоғонтоһо аҫтында булған ир ыҡҡа килмәгән... Уның ҡаршылашыуына ҡарамаҫтан, хоҡуҡ һаҡсылары ирҙең бысағын тартып ала. Уны ҡулға алыу барышында ир ике полиция хеҙмәткәрен яралай, үҙен дә бысаҡ менән йәрәхәтләй.
Ҡулға алынған кеше һәм бер полиция хеҙмәткәре дауаханаға оҙатыла, тағы бер хеҙмәткәргә медицина ярҙамы күрһәтелә. Граждандың ҡылығы сәбәптәре асыҡлана. Ваҡиғаның бөтә шарттарын асыҡлауға йүнәлтелгән саралар комплексы үткәрелә, тип Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.