Бының өсөн 2 кг башлы һуғанды ҡабығынан таҙартып, ваҡ ҡына итеп турарға йәки ҡырғыстан ҡырырға һәм 2 кг шәкәр ҡушып бутарға. Һуңынан ике сәғәт талғын утта быҡтырырға. Көймәһен өсөн болғатып торорға онотмағыҙ. Кәстрүл урынына табала бешерһәгеҙ, тағы ла яҡшыраҡ.
2 – 2,5 л гәрәбә төҫөндәге масса килеп сығыр. Уны банкаларға тултырырға һәм көнөнә өс тапҡыр ашарҙан алда берәр ҡалаҡ ҡабып, артынан һыу эсергә. Онотмаҫ өсөн бер банканы өҫтәлгә ҡуйырға, ҡалғанын – һыуытҡысҡа.
Бөтә әҙер ҡатнашма өс аҙнала ашалып бөтә. Ике – биш көндән һейҙек анализында ҡом һәм бәләкәй таштар күренер. Таштар онталыу һөҙөмтәһендә ауыртыу барлыҡҡа килеүе ихтимал. Әммә дауаны эсеүҙе туҡтатмағыҙ.
Фәйрүзә.
Күмертау ҡалаһы.