+22 °С
Ямғыр
Беҙ - "Вконтакте"
Беҙ - "Одноклассники"
Беҙ - "Телеграм"да
Беҙ - "МАХ"-та
Гәзиттә ҡотлау, иғлан бирергә (расценки 2026)
Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апрель 2024, 10:00
Сәйҙәрегеҙ тәмле лә, файҙалы ла булһын!
Сәйгә төрлө үләндәр һәм тәмләткестәр ҡушҡанда уның шифаһы ла арта.
Сәйҙәрегеҙ тәмле лә, файҙалы ла булһын!
Әнис. Тамаҡ ҡысытып ауырта башлау менән уның емештәрен сәйгә ҡушыу файҙалы. Йүтәл башланғас та ошондай сәй эсергә мөмкин, тиҙерәк һауығырға ярҙам итә.
Йәсмин. Ул хәлһеҙлектән, хроник арығанлыҡ билдәләренән арынырға ярҙам итә. Гипотониктарҙың ҡан баҫымын күтәтә, аппетитты аса.
Имбирь. Тамырын ҡырғыстан үткәреп, эҫе һыу ҡушып, бешерергә йәки киҫәктәрен сәйгә ҡушырға мөмкин. Бындай сәй өшөгәндә йылыта, матдәләр алмашыныуын көйләй, кәйефте күтәрә.
Календула. Сәскәһе һәм орлоҡтары бактерияларға ҡаршы тороу һәләтенә эйә, ангинанан һәм һалҡын тейгәндә файҙаһы тейә.
Лаванда. Тынысландырыу көсөнә эйә булыу сәбәпле, йоҡоһоҙлоҡтан һәм невроздан бик файҙалы.
Бөтнөк үләне. Уның хуш еҫле япраҡтарын ҡара сәйгә ҡушып бешергәндә, бик яҡшы тынысландыра. Шулай уҡ ашҡаҙан эшләмәгәндә, киҙеү һәм һалҡын тейеп температура күтәрелгәндә ярҙам итә. Бронхиттан йүтәлде һәм ялҡынһыныуҙы баҫа.
Автор:
Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"