Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Апреля 2024, 12:00

Эшсе һөнәрҙәр – иң кәрәклеһе

  Бөгөн  Өфөлә, «Торатау» конгресс-холында «Рәсәйҙә эш. Мөкинлектәр ваҡыты» Бөтә Рәсәй эшкә урынлаштырыу йәрминкәһе үтте.  

Эшсе һөнәрҙәр – иң кәрәклеһеЭшсе һөнәрҙәр – иң кәрәклеһе
Эшсе һөнәрҙәр – иң кәрәклеһе

 

 Унда 100-гә яҡын эш биреүсе төрлө һөнәрҙәр буйынса эш тәҡдим итте.Был сара  бер майҙансыҡта эш эҙләүселәрҙе һәм эш урынын йәки эшмәкәрлек өлкәһен алмаштырырға теләүселәрҙе, студенттарҙы һәм сығарылыш уҡыусыларын, уҡыу йорттары вәкилдәрен һәм эш биреүселәрҙе йыйҙы. Йәрминкәлә  нефть һәм газ сығарыу, төҙөлөш, машиналар эшләү, аҙыҡ-түлек һәм еңел сәнәғәт, һаулыҡ һаҡлау, хеҙмәтләндереү һәм йәмәғәт туҡланыуы өлкәләрендә һәм башҡаларҙа вакансиялар тәҡдим ителде.

Эш биреүселәрҙе һәм эҙләүселәрҙе яҡынайтыу маҡсатында бөгөн бөтә республика буйынса ошондай саралар үтә.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас