Зилдә МӘҮЛИТОВА 1967 йылдың 5 мартында Мәҫкәү ауылында тыуған. Белорет педагогия училищеһын тамамлай. Төрлө йылдарҙа Һөйәрғол, Ташҡыя, Мәҫкәү мәктәптәрендә эшләй. 36 йыл педагогик стажға эйә. Өс бала әсәһе. 2017 йылда Күп профилле өҙлөкһөҙ белем биреү академияһының алтын миҙалына лайыҡ була.
Ағинәйҙәр
Һүнеп барған усаҡ һымаҡ
Йәшәй ине ауылым.
Һуңғы йылдар барыһы ла
Эшһеҙлектән арыны.
Үҙ тормошоң үҙең ҡороп
Йәшәй белергә кәрәк.
Шуны аңлаған халҡыма
Кәрәк ине ҙур терәк.
Ағинәйҙәр ҡор асып,
Ауылды йәмләндерҙе.
Һүнеп барған усаҡты
Ҡабаттан йәнләндерҙе.
Милли йола, ғөрөф-ғәҙәттәр
Тәрбиәгә эйәләр.
Никах туйҙар, исем ҡушыу
Мәсеттәрҙә үтәләр.
Башҡорт милли кейемдәр
Кире сафҡа инделәр.
Түшелдерек, ҡашмауҙа
Урам буйлап үтәләр.
Насар ғәҙәтлеләре менән
Ағинәйҙәр көрәшә.
Эскелеккә бирелгәндәр
Тотмайҙар хәҙер шешә.
Ағинәйҙәр ҡоро ғына
Ҡот өҫтәне ауылға.
Сауаплы эштәрен күреп
Башҡалар өлгө ала.
Һуғыш балаһы Зөһрә
Бөгөн һөйләр геройым
Булыр Зөһрә апайым.
Ҡунаҡбайҙа уның йорто
Биҙәй мәктәп аймағын.
Мәҫкәү ҡыҙы Зөһрә
Тыуған һуғыш йылында.
Атаһы киткәндә ҡалған
Ул әсә ҡарынында.
Алсынбай олатайым
Ҡыҙын күрмәй ҙә ҡала.
Ил өсөн батырҙарса
Һуғышта һәләк була.
"Ҡыҙ тыуһа Зөһрә булһын,-
Өләсәйҙән аматан. -
Йондоҙ кеүек балҡып янһын
Күк йөҙөндәге һымаҡ!"
Биш бала етем ҡалды
Ауыр һуғыш йылында.
Ирҙәр эшен башҡарҙы
Өләсәй заманында.
Илгә икмәк өлгөрттө,
Һуғышҡа ярҙам итте.
Төплө белем алһындар, тип
Балаларын уҡытты.
Зөһрә ҡыҙы бәләкәстән
Булды үтә талапсан.
Уҡытыусы булырға
Алдына ҡуйҙы маҡсат.
Ҙур михнәттәр аша апай
Юғары белем ала.
Ике ағаһы уның өсөн
Аҡсаһын эшләп тора.
Ҡайғы яңғыҙ йөрөмәй
Бер-бер артлы юҡ итә.
Теге донъяға иң ҡәҙерле
Улы, әсәһе китә.
Тырышҡан ҡаҙаҡ ҡаҡҡан,
Тип әйтелә мәҡәлдә.
Бала ҡайғыһын һалды ул
Етмешкә тиклем эшкә.
Рухи яҡтан ныҡ апайҙың
Тормошо дауам итә.
Абруйлы уҡытыусының
Исеме алға китә.
Башҡортостандың атҡаҙанған
Шәхесе булып эшләй.
Туғандары өсөн дә
Ярҙамсыл булып йәшәй.
Бөйөк шәхесебеҙ
(Мәүлит ағай Ямалетдиновтың юбилейына бағышлау)
Мәүлит исемле егетте
Аллаһ ебәргән ергә.
“Тыуыу” мәғәнәһе ингән
Ғәрәп телле исемгә.
Үҙебеҙсә әйтһәк, әгәр -
“Бөгөн иң һөйөклөһө”.
Пәйғәмбәр Мөхәммәттең
Донъяға килгән көнө.
Шундай исем менән йәшәй
Беҙҙең шағир, йыраусы.
Исеменә тап төшөрмәй
Атҡаҙанған ҡурайсы.
Мәүлит байрамына Аллаһ
Дин һәм Ҡөръән индерҙе.
Мәүлит Ямалетдин ағай
Ҡөръәнгә ҙур йән өрҙө -
“Ҡөрьән Кәрим сүрәләренә”
Бирҙе шиғри аңлатма.
Егерме өс йыл ғүмерен
Һалды Изге китапҡа.
“Аятел Көрси”, “Фатиха”
Сүрәләрен беләйек.
Мәүлит ағай эштәренә
Ҙур рәхмәт белдерәйек.
Байгилде улы Мәүлит -
Илдең бөйөк шәхесе.
Аят - доғалар менән үтер
Башҡортомдоң мәжлесе.