Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2024, 11:30

Иман йорто–ауыл ҡото!

Кисә Ғафури районының Толпар ауылы халҡы ысын мәғәнәһендә оло ҡыуаныс кисерҙе. Ниһайәт, ауылда күптән көтөлгән мәсет үҙ ишектәрен асты. «Минур» мәсете урындағы эшҡыуар Рөстәм Таһир улы һәм ауыл халҡының көсө менән төҙөлдө. Изге йорто ауылға ҡот, бәрәкәт өҫтәр, унан олоһо ла, кесеһе лә айырылмаҫ, тип ышанабыҙ!

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас