Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Апрель 2024, 14:30

Ә һеҙ тәүлектең 24 сәғәттән артығыраҡ булыуын теләйһегеҙме?

Теләүселәр бар икән ул. Бөгөнгө тиҙлекле заманда ваҡыт етмәй, ваҡыт...

Ә һеҙ тәүлектең 24 сәғәттән артығыраҡ булыуын теләйһегеҙме?Ә һеҙ тәүлектең 24 сәғәттән артығыраҡ булыуын теләйһегеҙме?
Ә һеҙ тәүлектең 24 сәғәттән артығыраҡ булыуын теләйһегеҙме?

Норвегияның Рәсәй сигенән алыҫ булмаған Вадсе ҡалаһы мэры Еврокомиссияға ғариза ебәргән, ти. "Беҙ бер тәүлек 26 сәғәт тәшкил иткән сәғәт (ваҡыт) һыҙаты булдырырға уйлайбыҙ, ил властарына был ниәтте хупларға ҡушығыҙ әле", тигән кеүек һүҙҙәр яҙылған икән мөрәжәғәттә.

Йәнәһе, тәүлек хәҙергесә 24 сәғәт түгел, ә 26 булһа, бында кеше лә күберәк күсеп киләсәк, халыҡ ғаиләһе менән оҙағыраҡ ваҡыт үткәрәсәк.

Мэр ханым аңлатыуынса, Поляр түңәрәк аръяғындағы төбәк ҡулынан килгәнсе үҙенә кешеләр йәлеп итергә тырыша. Әгәр тәүлек оҙонораҡ булһа, балыҡ тоторға, һунар итергә, яңы телдәр өйрәнергә, дуҫтар менән аралашырға ла ваҡыт күберәк буласаҡ, тип хыялланалар икән. Ә кешене нимә менән ылыҡтырып була? Үҙенсәлекле яңылыҡтар менән, әлбиттә. 26 сәғәтлек тәүлек! Насармы ни?!

Тик уларҙың хыялын Еврокомиссия хәл итә алмай. Сөнки сәғәт һыҙаты булдырыу - дәүләт эше.

 

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас