Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Апреля 2024, 17:30

Учалы районының талантлы уҡытыусыһы Хәмдиә Кинйәморатова ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Учалы районының талантлы уҡытыусыһы Хәмдиә Кинйәморатова ижадынан бер шәлкемУчалы районының талантлы уҡытыусыһы Хәмдиә Кинйәморатова ижадынан бер шәлкем
Учалы районының талантлы уҡытыусыһы Хәмдиә Кинйәморатова ижадынан бер шәлкем

Хәмдиә КИНЙӘМОРАТОВА Ишмәкәй ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, хеҙмәт юлын Республика халыҡ ижады үҙәгендә ғилми хеҙмәткәр булып башлай. Артабан Учалы ҡалаһының 10-сы урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте,рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.Оҙаҡ йылдар ҡала мәктәптәре уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе була. Мәғариф алдынғыһы.

 

Һинең күҙҙәр
Һинең күҙҙәр миңә – йәшмә төҫлө,
Йәшмә нуры – улар сатҡыһы.
Бер йылмайып баҡһа ошо күҙҙәр,
Тәү күргәндәй ҡояш яҡтыһын,
Күҙҙәремде йомам сағылыуҙан...
Ташҡын булып таша хистәрем,
Ебәк керпектәрең ҡойонғанда,
Мең нурына ошо төҫтәрҙең.
Һинең күҙҙәр миңә – ул барыһы:
Һөйөүөм дә, яҡты яҙым да.
Бер йылмайып баҡсы әле, йәнем,
Күҙҙәремә минең тағын да!

Тәүге ҡар
Һары япраҡ ҡойған көҙҙәремә
Тәүге аҡ ҡар булып яуғайның.
Шул ҡарҙарҙан минең күңелемә
Тәүге тамсы булып тамғайның,
Йөрәгемдә урын алғайның.
Тәүге аҡ ҡар... Бәлки биттәремдән
Күҙ йәштәре булып аҡҡандыр.
Ынйы ҡарҙар көткән күңелемә
Иремәҫ боҙ булып ятҡандыр,
Һағыш булып йәнгә һарҡҡандыр...

Йырҙарым
Һеҙ, йырҙарым, шишмә күңелемдең
Мәңге сыңлар көмөш сулпыһы.
Һағыштарым ташып- артылғанда,
Тынғы табыр ярҙар ҡултығы.
Йәншишмәнең тере тамсыһылай,
Шифа булһа йәнгә йырҙарым,
Хәтфә йәшеллеккә, гөл-сәскәгә,
Күмелһәләр туғай-ҡырҙарым,
Бер тамсыһын йотмай, бөркөр инем,
Тыуған ерем, тыуған халҡыма.
Йыһандарға йондоҙ элер инем,
Тоғро ҡалһам ошо антыма!

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас