Синоптиктар күҙаллауынса, 15 – 21 апрелдә уртаса төнгө температураның +3, +5 градус булыуы ихтимал. Көндөҙ урыны менән +10, +12.
Ялдарҙа (20, 21 апрель) бер аҙ ямғыр яуасаҡ. Хатта көнсығыш, төньяҡ райондарҙа ҡар яуыуы ла күҙаллана.
22 – 28 апрелдә уртаса температура +12 градус тирәһе. Көндөҙ шунан да һыуытҡанда, төнгө температураның да нулдән түбән төшөүе ихтимал.
Апрелдең һуңғы аҙнаһы ямғырлы була, тип күҙаллана. 29 һәм 30 апрель нисек булыр, әлегә билдәһеҙ.