Ташкын башынан ҡотҡарыусылар 18 кешене, шул иҫәптән 6 баланы, 6 кеше ваҡытлыса йәшәү пунктына урынлаштырған. Хәл контролдә.
Төбәктәге ташҡын хәле тураһында Республика менән идара итеү үҙәгенән БЮТ телеканалының “Сәләм” тапшырыуы тура эфирында - Башҡортостан Республикаһының Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәре Зәйтүнгөл Собханғолова.
Тәүлек эсендә һыу кимәле:
Көйөргәҙе районының Бөгөлсән ауылы янындағы Ағиҙел йылғаhы 65 см күтәрелгән, ағымдағы кимәле 342 см.
Уҙған тәүлектә 112 системаhына һыу баҫыу тураһында 10 хәбәр килде. Йыл башынан 850 мөрәжәғәт.
Республикаһы халҡы мониторинг системаһы мәғлүмәтен Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының рәсми сайтында күҙәтә ала https://gkchs.bashkortostan.ru/
Тулыраҡ мәғлүмәт - видеола, ҡарағыҙ.