Радий Хәбиров ил башлығы менән һөйләшкәндә, 2018 йылда Владимир Владимирович уны Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡарыусы итеп ҡуйғандан, уға республиканы ышанып тапшырғандан алып, биш йылдан ашыу ваҡыт үтеүен иҫкә төшөрҙө.
Белеүегеҙсә, быйыл көҙ Радий Хәбировтың мөҙҙәте тамамлана һәм алда - һайлау.
Президент был йәһәттән үҙенең фекерен әйтте:
- Радий Фәритович, дөйөм алғанда, пландар ҙа күп, һөҙөмтәләр ҙә яҡшы. Мин үҙ яғымдан һеҙгә булышлыҡ итеү өсөн барыһын да эшләйәсәкмен, тик һайлауҙа кеше үҙ һүҙен әйтә. Халыҡ менән эшләргә, айырыуса ошо осорҙа, йышыраҡ аралашырға, һөйләшергә кәрәк. Сөнки кабинеттан бөтә нәмәне лә күреп-ишетеп булмай. Кире бәйләнеш булдырырға кәрәк. Ә былай, барыһы ла яҡшы, уңыштар теләйем, - тине.
Фото: Кремль сайтынан.