Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апреля 2024, 08:30

Халыҡ легендар генералды онотмай

Луганск Халыҡ Республикаһында генерал Миңлеғәле Шайморатов ерләнгән урындағы мемориал төҙөкләндерелде.

Халыҡ легендар генералды онотмайХалыҡ легендар генералды онотмай
Халыҡ легендар генералды онотмай

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Фән, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Рөстәм Әхмәҙинуров Луганск Халыҡ Республикаһының Петровское ҡалаһындағы өмәлә ҡатнашты, тип хәбәр итә парламенттың матбуғат хеҙмәте.

Бында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының легендар командиры генерал Миңлеғәле Шайморатов ерләнгән.
Депутат Петровский ҡалаһының М. Шайморатов исемендәге мәктәп кадеттары менән берлектә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар – М. Шайморатов исемендәге Башҡорт ирекле батальонының Че Гевара һәм Шаман исемле яугирҙәре менән легендар комдив иҫтәлегенә Башҡортостандан килтерелгән 150 ҡыуаҡ розаһынан торған сәскәләр түтәленә нигеҙ һалды.
Рөстәм Әхмәҙинуров шулай уҡ Штеровка ҡасабаһында генерал Шайморатовтың һәләк булған урынында булды һәм Петровскийҙағы башҡорт атлыларына арналған һәйкәлде ҡараны, ә һуңынан Красный Луч ҡалаһы башлығы Сергей Соловьев менән һәйкәл эргәһендәге скверҙы төҙөкләндереү мөмкинлеген тикшерҙе.

Фото һәм сығанаҡ: БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай сайтынан.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас