Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Апрель 2024, 13:30

Борай районының талантлы уҡытыусыһы Әнисә Нурыева ижадынан бер шәлкем

"Изге һөнәрле ижадсы" проекты тәҡдим итә:  

Борай районының талантлы уҡытыусыһы Әнисә Нурыева ижадынан бер шәлкемБорай районының талантлы уҡытыусыһы Әнисә Нурыева ижадынан бер шәлкем
Борай районының талантлы уҡытыусыһы Әнисә Нурыева ижадынан бер шәлкем

Әнисә НУРЫЕВА 1964 йылда Варжитамаҡ ауылында тыуған. Благовещенск педагогия училищеһын, Бөрө дәүләт педагогия институтын тамамлаған. 25 йыл Иҫке Ҡарағыш ауылында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.

 

Шыршылар
Мәктәп нигеҙен һаҡлап тау башында
Ике шышршы үҫә пар булып.
Һағыныуҙан күҙ йәштәре тама
Берсә ямғыр, берсә ҡар булып.
Һәр ылыҫҡа һеңгә бала тауышы,
Һәр энәһе һайын ҡыңғырау.
Ҡайҙа балаларҙың шат тауышы?
Ниңә тынып ҡалған Сәмитау?
Яңы мәктәп килешер ине һеҙгә,
Һеҙ бит затлы зәңгәр шыршылар.
Ләкин насип түгел, был тормошта
Осорай шул бик күп ҡаршылыҡтар.
Ә һеҙ бирешмәйһегеҙ, тарих булып,
Хәтер булып һаҡта тораһығыҙ.
Осрашыуҙар эҙләп ҡайтҡандарҙы
Маяҡ булып саҡырып тораһығыҙ.
Мәктәп нигеҙен һаҡлап тау башында
Ике шышршы үҫә пар булып.
Яҙҙар еткәс ҡайтып күрегеҙсе,
Көтә улар һеҙҙе зар булып...

Шиғыр
Һүҙҙәр менән генә уйнап шиғыр тыумай,
Йөрәк тулы ялҡын булмаһа.
Һүҙҙәрҙе лә тыйып тотоп булмай
Күңелеңдә хистәр тулаһа.
Шатлыҡтан да, һағыштан да тыуа –
Шиғырҙарҙың булы төрлөһө.
Тәүге һөйөү ялҡынынан тыуа,
Шиғыр бит ул күңел көҙгөһө.
Яҙ наҙынан шытып сыға шиғыр,
Шиғыр – саф хисәрҙең бөрөһө.
Йөрәк йылым шиғыр юлдарында,
Шиғыр бит ул йөрәк көҙгөһө.
Һүҙҙәр менән генә уйнап шиғыр тыумай,
Йөрәк тулы ялҡын булмаһа.
Шиғыр юлдарына һыйынамын
Күңелемдә хистәр тулаһа.

Яҙ килә
Ҡышҡы юлдар яҙға алып бара,
Ер, ниһәят, йылы тунын һалды.
Яҙғы ҡояш ерҙе иркәләй,
Ҡар-бурандар инде артта ҡалды.
Татлы йоҡоһонан тәбиғәт
Уяналмаҫ яҙғы һулышһыҙ.
Һағынып көткөн йәмле яҙ килә,
Килһен бер үк сирһеҙ, һуғышһыҙ.
Кеше ергә һалған яраларҙы
Ҡар һыуҙары наҙлар, төҙәтер.
Күҙ йәштәрен һөртөп, аҡ болоттар
Яҙ килеүен күктән күҙәтер.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас