Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Апреля 2024, 15:30

Фитыр саҙаҡаһының күләме күпме?

Фитыр саҙаҡаһын ураҙа ғәйетенә тиклем биреп ҡалығыҙ!

Фитыр саҙаҡаһының күләме күпме?Фитыр саҙаҡаһының күләме күпме?
Фитыр саҙаҡаһының күләме күпме?

 

Ураҙа ғәйетенең  йолаһы Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең үҙе тарафынан булдырылған һәм шунан бирле үҙгәрешһеҙ ҡала. Ул мохтаждарға саҙаҡа таратыуҙан башлана, шунһыҙ Аллаһы Тәғәлә хәйер - саҙаҡаны ҡабул итмәйәсәк. «Үҙегеҙгә хәйерле булһын өсөн мал сарыф итегеҙ. Кем үҙ һаранлығынан һаҡланған, улар бәхеткә ирешеүселәр», ‒  тип әйтелә «Әт- Тағәбүн» сүрәһенең 16-сы аятында.

БР Мосолмандарының диниә  назараты 2024 йылғы рамаҙанда нисек ураҙа тотоу , фытыр саҙаҡаһы, фидиә (һаулыҡ торошо йәки ҡартлыҡ сәбәпле ураҙа тота алмағандар өсөн ) , зәкәт (нисабы билдәле күләмгә етһә, байҙар түләй торған аҡса-мал) буйынса фәтеүә сығарҙы.

Фытыр саҙаҡаһының күләме быйыл  аҙ килемле  кеше башына –  150 һумдан   (финик, арпа, бойҙай, йөҙөм һәм аҙыҡ-түлектең уртаса хаҡынан сығып иҫәпләнгән).

Уртаса килемле кеше башына – 800 һум,  байҙар өсөн  йән башына – 1200 һумдан.

Фидиә саҙаҡаһының (етди сәбәптәр арҡаһында ураҙа тота алмаған кешеләр өсөн) – минималь күләме  – көнөнә 350 һумдан, ай буйы тота алмаһа, ошо сумманы 30-ға (рамаҙан айындағы көндәр һанына) ҡабатлай (10500 һум)  һәм мохтаждарға түләй. Был сумма, һәр кешенең  шәхсән тәүлегенә күпме суммала аҙыҡ-түлек ҡулланыуына ҡарап, үҙгәрергә мөмкин.

Быйыл мотлаҡ түләй торған зәкәт (байҙар,хәллеләр өсөн) зәкәт күләме – 497 000 һумдан.

Фытыр саҙаҡаһын мәсеткә ураҙа ғәйетенә бармаҫ борон биреп ҡуйыу шарт. Сөнки ул ғәйет намаҙына тиклем үтәлә торған бурыс. Ғәйет намаҙынан һуңға ҡалһа ла биреү кеше елкәһендә бурыс булып ҡала, әммә ул саҡта сауабы кәмей.

Алланың рәхмәтенә ирешергә яҙһын!

 

 

Фото: rtek24.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас