***
Әсә өсөн нимә бәхет һуң ул? Балалары булһа тәүфиҡлы, Ураҙалар тотоп,намаҙ уҡып Йөрөһәләр һәр саҡ иманлы... Бәхет бит ул һәр кешелә төрлө, берәүҙәргә затлы машина ла, Ә кемгәҙер көс тир түгеп эшләп Емеш еләк һатҡан баҡса ла. Ҡатын өсөн бәхет нимә лә? Бар нимәгә сама белеүҙә, ауырлыҡтар килһә сабыр итеп, Ир кешеңде хөрмәт итеүҙә. Бәхет бит ул бер береңде аңлап Оҙаҡ йылдар бергә йәшәүҙә, балаларҙың балаларын наҙлап, изге доғаларҙа һөйөүҙә. Бәхетте бит яулап алыр кәрәк, күп һынауҙар аша үтергә. Сабырлыҡтың төбө алтын тиҙәр Ауырлыҡҡа кәрәк түҙергә. Фәниә Сыңғыҙова(Мөхәмәтшина)