«Республика Башкортостан» гәзите журналистары яугирҙар һәм уларҙың туғандары менән аралашты.
— Беҙ еңәбеҙ, — камуфляждағы ир-егеттәрҙең барыһының да яуап бер. — Оҙаҡ һуғышасаҡбыҙ, әммә барыбер еңәсәкбеҙ! Хеҙмәт итергә ҡарар иткәнбеҙ икән, артҡа юл юҡ. Ҡатының һәм балаларың булғанда, улар йәшәүгә көс һәм өмөт бирә.
Балаҡатай районынан «Иса» позывнойлы яугирҙы тиҫтәләгән туғаны уратып алған. Мине һәр саҡ шулай оҙаталар, тип йылмая ул.
— Мин Өфөлә Әй урамындағы 63-сө йортта урынлашҡан штабта эшләнем һәм “Башҡортостан” полкына кешеләр йыйҙым, – тип һөйләй ул. — Ниндәйҙер бер мәлдә үҙемә оят булып китте. Улар бара, ә мин – юҡ. Һәм ҡарар ҡабул иттем. Өҫтәүенә ҡыҙыҡунөктәләрҙә хеҙмәт иткән инем. Ауыр саҡтар була. Әммә беҙ Еңеү хаҡына эшләйәсәкбеҙ.
Гуманитар ярҙам һәр саҡ килеп етә. Беҙ киткәндә, һыуыҡ ине, хәҙер тиҙҙән йылыта. Әле окоп майшәмдәре һәм маскировкалау селтәрҙәре айырыуса кәрәк. Аҙыҡ кәрәкмәй, рәхмәт! Яҡташтар бик күп ебәрә. Иң мөһиме беҙгә яҡындарыбыҙҙың йылыһы кәрәк!
Салауат районынан “Матрос” ҡушаматлы яугир морфлотта хеҙмәт юлын үткән була.
— Йәштәр күп китә, ә минең өс улым бар,— тип үҙенең контракт төҙөүенең сәбәбен аңлата ул. – Мин улар һәм дүрт ейәнсәрем һәм ике ейәнем хаҡына киттем.
Взводта берҙәм, дуҫ-татыуҙар. Яраланғандарҙы шунда уҡ яу яланынан сығарабыҙ, ташлап китмәйбеҙ. Беҙҙең полкта ғына минең ауылдан һигеҙ кеше. Райондан да күптәр.
Гуманитар ярҙамдан Тыуған илдән күстәнәстәр алыу һәйбәт, әлбиттә. Тиҙҙән ағастар йәшәрә,маскировкалау селтәрҙәре күп кәрәк буласаҡ. Беҙ бергәләп аҡса йыйып, ротаға квадракоптер һатып алдыҡ. Батальондарҙа беспилотниктар ҙа бар.
— «Журналист» позывнойлы яугир инициативаһы менән (ул хәҙер үҙе махсус операция зонаһында) БЮТ телеканалының яңылыҡтар хеҙмәте 250 мең һумлыҡ махсус квадракоптер алыуға акция ойошторҙо, — тип һөйләй уның коллегаһы Илдар Байбулатов. — Республика халҡы быны бик тиҙ күтәреп алып, һәр кем хәленән килгәнсә аҡса күсерҙе. 20 көн эсендә тейешле сумма йыйылды! Үҙебеҙ ҙә көтмәгәйнек. Барыһына ла ҙур рәхмәт! Бөгөн бүләкте коллегабыҙға ебәрәбеҙ. Ул былтыр декабрь башында яуға китте.
«Башҡортостан, Алға!» – БР Хөкүмәтенең вице-премьеры Ирек Сәғитов етәкселегендәге юғары ҡунаҡтарҙы үҙ ирке менән МХО-ға юлланыусыларҙың тигеҙ сафтары шулай сәләмләне.
Вице-премьер Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров исеменән һәм шәхсән үҙенән яугирҙарға хеҙмәте өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Бөгөн һеҙҙең менән, иң беренсе сиратта туғандарығыҙ һәм яҡындарығыҙ ғорурлана, – тине Ирек Сәғитов. — һеҙ тынсы тормош һағында лайыҡлы тораһығыҙ. «Башҡортостан» полкы алдынғы һыҙыҡта хәрби бурысты намыҫ менән үтәй. Ундағы ҡатмарлы хәлде барыбыҙ ҙа яҡшы аңлайбыҙ. Шуға ҡарамаҫтан, республика етәксәлегенә бик күп рәхмәт хаттары һәм шылтыратыуҙар килә. Был — һеҙҙең хеҙмәтегеҙ. Һау-сәләмәт, Еңеү менән ҡайтыуығыҙҙы теләйбеҙ!