Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2024, 08:30

Быйыл ололар өсөн турҙар күбәйә

2020 йылдан башлап Башҡортостанда “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” проекты тормошҡа ашырыла.   Ошо ваҡыт эсендә унда 34 мең турист  ҡатнашҡан. 

Быйыл ололар өсөн турҙар күбәйәБыйыл ололар өсөн турҙар күбәйә
Быйыл ололар өсөн турҙар күбәйә

  Был хаҡта Премьер-министр үҙенең БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙағы сығышында һөйләне.

“Быйыл бер көнлөк турҙарға  республиканан 55 йәштән оло 20 мең барасаҡ. Был маҡсатҡа 48 млн һум аҡса бүленде”, – тине ул.

2023 йылда туроператорҙар 54 тур ойошторған, быйыл шуларға тағы ла 30 өҫтәлә. Оло йәштәге туристар был тур сиктәрендә тарихи, мәҙәни һәм рухи мираҫ урындарын ҡарай, төрлө сараларҙа ҡатнаша, шулай уҡ  халыҡ бейеүҙәрен, уйындарын өйрәнә ала.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас