Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Апрель 2024, 07:00

Һай, ишбирҙеләр, афарин!

Баймаҡ районының Ишбирҙе ауылында бик әүҙем, дәртле, берҙәм халыҡ йәшәй. Улар әленән-әле төрлө матур саралар ойоштороп тора. Әле иһә социаль селтәрҙәрҙә ҡар һыуына  барыу йолаһын үтәүҙәре хаҡында хәбәр итәләр. 

Һай, ишбирҙеләр, афарин!Һай, ишбирҙеләр, афарин!
Һай, ишбирҙеләр, афарин!

"Ҡар һыуына барыу йолаһы — башҡорттар араһында киң генә таралған йола. Яҙын ҡарҙар иреп, гөрләүектәр ағып ятҡан мәлдә үткәрелгән. Ҡыш буйы ялыҡҡан күңелдәрҙе күтәреүҙең бер сараһы ла булып торған. Көҙҙән үк ҡар һыуы алына торған уйым, соҡор билдәләнгән. Ул тирәлә сүп - сар ташлау, ярау итеү тыйылған. 
Ерҙәр асыла төшкәс, йәш ҡыҙҙар һәм апайҙар,еңгәйҙәр көйәнтәләр алып, йырлашып үҙебеҙҙең Тәтек шишмәһе янына ҡар һыуы алырға барып ҡайттыҡ. Апай-еңгәйҙәр үҙҙәрененең бала сағында нисек,ҡайҙа ҡар һыуҙарына барыуҙарын иҫтәренә төшөрөп һөйләп үттеләр,элек ауыл бәләкәй саҡта, һәр үҙәндән ҡар һыуҙары гөрләп ағып ятҡанын бәйән иттеләр.Ҡар һыуҙары кер йыуыуға,сәс йыуыуға, мунсаға, гөлдәргә ҡойоуға бик файҙалы икән. Һуңынан йола буйынса һәр кемеһе теләктәр әйтеп, ағастарға таҫма бәйләп, һыуҙарҙы сайҡалдыра-сайҡалдыра алып ҡайттылар. Һыу - йәшәү сығанағы! Шишмәләребеҙҙе, йылғаларыбыҙҙы һаҡлайыҡ,  ауылдаштар!" — тип яҙа улар.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас