

- Быйыл ҡыш ауыр булды, халыҡтың зарланыуҙарынан күренеүенсә, юлдарҙы ла ныҡ ҡына эшлектән сығарҙы. Өфөлә лә, башҡа ҡалаларҙа ла хәл ҡатмарлы. Бөгөн баш ҡалала соҡорҙарзы ямау эштәре нисек барыуын ҡараным. Беҙ уны февралдә үк башлағайныҡ. Әлегә ҙур булмаған күләмдәге эштәрҙе башҡарабыҙ. Көндәр йылытҡас, асфальт-бетон заводтарын эшкә егеп, тулы көс менән эшләй башларбыҙ. Әйткәндәй, бөгөн Өфөлә тәүге өмә. Ғәҙәттә, 1 майға ауылдар һәм ҡалалар таҙа булһын, тигән маҡсат ҡуям. Быйыл ҡар бөттө тиерлек, ауылдарҙы һәм ҡалаларҙы иртәрәк тәртипкә килтерергә мөмкин, - тип яҙа ул.