Уҡыусылар, уҡытыусылар, директорҙың тәрбиә буйынса кәңәшсеһе менән берлектә эшләнгән шәмдәр беҙҙең һалдаттарға кәрәк ваҡытта ярҙам итһен ине. "Блиндаж шәме" акцияһы ил буйынса бара. Иҙге эшкә өлөш индереүгә балалар ҙа ҡәнәғәт.
"Шәм эшләү процесы һәр кемде ҡыҙыҡтырҙы. Балалар ихлас яһай. Улар бының шөғөл йә хобби булмауын, ә Ватанға ярҙам икәнен яҡшы аңлай", - тигән мәктәп директоры Илнур Саҙрисламов.
Фото: Дүртөйлө районы хакимиәтенән.