Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2024, 07:52

Спортҡа сығымдар ике тапҡырға артҡан

Премьер-министр Андрей Назаров БР Дәүләт Йыйылышы -Ҡоролтайҙағы сығышында республикала спорттың үҫеше тураһында һөйләне.

Спортҡа сығымдар ике тапҡырға артҡанСпортҡа сығымдар ике тапҡырға артҡан
Спортҡа сығымдар ике тапҡырға артҡан

 – Йыл һайын был йүнәлеште финанслауҙы арттырабыҙ. Дөйөм алғанда, 2018 йылдан бюджет сығымдары ике тапҡырға артты һәм 9 млрд һум тәшкил итте. Биш йыл эсендә 1400 спорт объекты төҙөлдө. Бынан тыш, 30 йыл эсендә тәүге тапҡыр спорт ҡоролмаларын капиталь төҙөкләндереү буйынса программаны башлап ебәрҙек, - тине Андрей Назаров. 2020 йылда Рәсәйҙә тәүгеләрҙән булып Башҡортостан "Ауыл тренеры" программаһын ҡабул итә. – Бөгөн ул 24 Рәсәй төбәгендә ҡабул ителгән. 2023 йылда тренерҙарға түләүҙәр 600 мең һумдан 1 млн һумға тиклем арттырылды. Быйылдан башлап ошоға оҡшаш "Ҡала тренеры" программаһын тормошҡа ашырабыҙ, – тине республиканың спорт министры Руслан Хәбибов. Башҡортостан ҙур спорт ярыштарын үткәреү майҙансығы булып тора. Һуңғы биш йылда төбәктә халыҡ -ара кимәлдәге 50 турнир үткәрелгән. – Юғары ҡаҙаныштар һөҙөмтәһендә илебеҙ президенты Башҡортостанға «Рәсәй – спорт державаһы» төп спорт форумын үткәреүҙе ышанып тапшырҙы.Унда Рәсәй төбәктәренән һәм 15 илдән 5 меңдән ашыу спорты ҡатнашасаҡ, - тине Премьер-министр.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас