Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апреля 2024, 18:00

Нимә ул вегетатив ҡан тамырҙары дистонияһы?

Табиптарға мөрәжәғәт итеүсе күп кенә пациентҡа ошондай диагноз ҡуйыла. Уны терапевт та ҡуйыуы бар, шулай уҡ невролог та, кардиолог та.  Нимә һуң ул вегататив ҡан тамырҙары дистонияһы?  Ысынында ундай диагноз бармы?  Ни өсөн  бөтә табиптар ҙа бер үк диагнозды ҡуя.

Нимә ул вегетатив ҡан тамырҙары дистонияһы?Нимә ул вегетатив ҡан тамырҙары дистонияһы?
Нимә ул вегетатив ҡан тамырҙары дистонияһы?

  Йыш ҡына табиптар пациенттың сирен билдәләй һәм дөрөҫ диагноз ҡуя алмағанда,  ошо диагнозға туҡталып ҡала.   Әлбиттә, ауырыу өсөн был яҡшы түгел.

Беренсенән, вегетатив-ҡан тамырҙары дистонияһы диагнозын  объектив тикшереүҙәр менән   раҫлап булмай. Ә ҡуйылғаны  иһә  табипты артабан  эҙләнеүҙәрҙән, баш ватыуҙарҙан ҡотҡара.

Икенсенән, дөрөҫ ҡуйылмаған диагноз дөрөҫ дауалау алып бармауға  килтерә. Һөҙөмтәлә кешенең ысын ауырыуы тағы ла көсәйәсәк генә.

Өсөнсөнән, дауалау тәғәйенләнгән, әммә нимәне һәм нимә менән дауалағанды бер кем дә белмәй. Һөҙөмтәлә бер файҙаһыҙ дауалау курсы үткәрелә. Билдәле булыуынса, дарыуҙарҙың кире йоғонтоһо ла бар.

Иң ҡурҡынысы – табипҡа тәү килгәндә үк ошондай диагноз ҡуйылыуы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр ҙә булғылай. Был осраҡта уның кире эҙемтәләре тағы ла күберәк булыуы көн кеүек асыҡ.

Ауырыуҙың билдәләре ниндәй йәки вегетатив ҡан тамырҙары  дистонияһы артында ниндәй диагноздар йәшеренеүе ихтимал?

Был диагноз артында тиҫтәләгән ауырыу йәшеренеүе бар.   Уны ҡуйыу өсөн түбәндәге билдәләр нигеҙ итеп алына.

*Йөрәк-ҡан тамырҙарына бәйле: йөрәк тибешенең йышайыуы (тахикардия), экстарсистолия, күкрәк тәңгәлендә ауыртыу, ҡан баҫымының берсә төшөп, берсә күтәрелеп тороуы, аңды юғалтыу хәлендә булыу, берсә эҫе ҡабыуы, берсә һалҡын бәреүе,  тирләү,  устарҙың һалҡын һәм еүеш булыуы.

*Тын алыу системаһына бәйле: тамаҡҡа «төйөр» тығылыу,  тын етмәү, һауа етмәү, тын алышының тигеҙ булмауы һ.б

*Неврологияға ҡағылышлы: баш әйләнеү, баш ауыртыу, баш ҡыҫыу,  аңды юғалтыр хәлгә килеү, күҙ алды ҡарңғыланыу,  ултырған ерҙән ҡапыл торғанда тигеҙлекте һаҡлай алмау,  тынсыу бүлмәләрҙә  хәлдең насарайыуы, аңды юғалтыу, мускулдарҙың тартышыуы, ауыртыуы, йоҡоһоҙлоҡтан интегеү.

*Ашҡаҙан-эсәк  ауырыуҙарына хас: күңел болғаныу, ауыҙ кибеү,  эс китеү йә эс ҡатыу,  эс ауыртыу, метеоризм, аппетит юғалыу.

*  Психик ауырыуҙарға хас: юҡҡа ғына көйәләнеү, хәүефләнеү,   ниндәйҙер көсөргәнеш тойоу,  юҡ-барға ҡыҙып барыу,  түҙемһеҙлек, тынғыһыҙлыҡ,   ял итә белмәү,  йоҡлай алмау,   тиҙ арып барыу,  теге йәки был мәсьәләне хәл итә алмауҙан ҡурҡыу.

Бөтә был һанап үтелгән билдәләр  организмдың теләһә ҡайһы системаһы ауырыуының билдәһе булыуы ихтимал.   Мәҫәлән,  йөрәк ауырыуҙары (аритмия,  артериаль гипертензия), ҡан (анемия,  тимергә ҡытлыҡ), ҡалҡан биҙе ( гипертиреоз, гипотиреоз), нервы системаһы (баш ауыртыу) һ.б.  Йыш ҡына   вегетатив ҡан тамырҙары дистонияһы тигән диагноз ҡуйылған кешеләрҙә депрессия,  стресс һәм  психикаға бәйле   башҡа проблемалар  ҙа асыҡлана.

Хәҙерге заман медицина күҙләгенән ҡарағанда,   ауырыуҙарҙы халыҡ-ара квалификациялауҙа  вегетатив ҡан тамырҙары дистонияһы тигән диагноз юҡ.  Был ауырыуҙың аналогтарын ғына табырға була.  Мәҫәлән,   вегетатив нервы системаһының  боҙолоуы.  Әммә был сирҙең  аныҡ ҡына билдәләре бар һәм уны рәсми рәүештә раҫлап була.

Шуға күрә лә, әгәр ҙә тәүге күренеүҙә үк табип, вегетатив-ҡан тамырҙары дистонияһы тигән диагноз ҡуя икән,  бик һаҡ булырға кәрәк.  Иң беренсе сиратта ошондай уҡ билдәләр менән һыҙатланыусы башҡа ауырыу булып ҡуймаһын, шуны асыҡлау мөһим.   Бер ниндәй ҙә ауырыу асыҡланмаған хәлдә лә   диагностикалау сиктәрен киңәйтергә, кәрәк икән, психотерапевт менән кәңәшләшергә  тартынмағыҙ.

Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас