Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апреля 2024, 17:15

Кешегә "оялаған ендәрҙе ҡыуа" берәү...

Октябрьский ҡалаһынан К. К. үҙен "утлы әсә" тип атай. Һәм кешеләрҙе "ендәрҙән ҡотолдороу" менән шөғөлләнә. Йәғни, уларҙың өҫтөндәге япмаға спирт ҡоя ла, яндыра. 

Кешегә "оялаған ендәрҙе ҡыуа" берәү...Кешегә "оялаған ендәрҙе ҡыуа" берәү...
Кешегә "оялаған ендәрҙе ҡыуа" берәү...

Бушлай түгел, бер сеанс 40 мең һум тора. 

К. ире менән офис асып ебәргән. Ике йөҙ кешегә ярҙам иттем, ти шикле "бизнес-вумен". Уның аңлатыуынса, "ендәр кешеләргә зыяратта, төрлө кисәләрҙә, көнсөл әхирәттәрҙән дә оялай" икән (бына һиңә!) Ул үҙенең эшмәкәрлеген видеоға төшөрөп, интернетҡа ла һалған. 

Хәҙер "экзорцист" менән хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә. 

Теләһә ниндәй шарлатандарға ышана күрмәгеҙ, дуҫтар. Аҡса эшләү маҡсатында нисек кенә кешеләрҙе алдамайҙар бит... 

Фото: Mash Batash телеграм-каналы. 

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас