Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апрель 2024, 04:25

Көнсығыш сығыу юлында АПВГК ҡуйылған

Өфөлә «Хәүефһеҙ сифатлы юлдар» милли проекты аша төҙөлгән Көнсығыш сығыу юлында автоматик күсмә ауырлыҡ контроле пункты (АПВГК) ҡуйылды. Уның ярҙамында "Ространснадзор" хеҙмәткәрҙәре ваҡытлыса миҙгел сикләүҙәрен боҙоусыларҙы асыҡлай ала.

Көнсығыш сығыу юлында АПВГК ҡуйылғанКөнсығыш сығыу юлында АПВГК ҡуйылған
Көнсығыш сығыу юлында АПВГК ҡуйылған

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2024 йылдың 1 апреленән 30 апреленә тиклем ҙур йөк машиналары өсөн хәрәкәтте ваҡытлыса сикләү индерелә. Ә йәйге осорҙа, 2024 йылдың 1 июненән 31 авгусына тиклем, һауаның көндөҙгө температураһы 32 градустан юғарыраҡ булғанда артыҡ ауырлыҡтағы транспорт сараларының хәрәкәте сикләнә.

Күсмә комплекстар Башҡортостандың төбәк һәм муниципаль-ара юлдарында ла эшләйәсәк. Бр Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, был осорҙа юлдар буйлап ауыр йөк ташыусы транспорт саралары хәрәкәте Рәсәй Хөкүмәтенең 2020 йылдың 21 декабрендәге 2200-се ҡарарында яҙылған күсәргә билдәләнгән йөкләнешкә ярашлы башҡарыласаҡ.

Кәрәк булғанда, рөхсәт ителгән массанан артыҡ йөк тейәгән транспорт саралары хужалары махсус рөхсәт буйынса ғына йөрөй ала. Түләү суммаһы ташылған йөктең ауырлығына һәм маршруттың оҙонлоғона бәйле.

Юл япмаһына зыянды ҡаплау өсөн алынған аҡсаны юл ремонтлауға йүнәлтәләр.

Был хеҙмәтте «Росдормониторинг»  электрон хәлдә «бер тәҙрә» режимында күрһәтә. Махсус рөхсәт алыу өсөн ғариза ташыусының шәхси кабинеты аша рәсми сайтта бирелә.

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас