Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Апреля 2024, 04:00

Иң һылыу ҡыҙ - Радмила Әсфәндийәрова!

Ул "Мисс Республика -2024" тажына эйә булды.    

"Торатау" Конгресс-холында Башҡортостандың төп матурлыҡ конкурсы үттә. Унда һайлап алыу турҙарын уңышлы үткән ун сибәркәй еңеүсе тажы өсөн "көрәште". Таныштырыу, башҡорт бейеүе, "Ағиҙел" халыҡ кәсептәре берекмәһе етештергән милли кейемдәрҙе күрһәтеү, баш ҡалабыҙ Өфөнөң 450 йыллығына арналған интеллектуаль викторина һәм киске күлдәктәрҙә дифеле - сәхнәлә конкурстар биш этапта булды.

Абруйлы жюри ағзалары гран-при тажын бер тауыштан Ғафури һылыуы Радмила Әсфәндийәроваға бирергә ҡарар итте. Уға 22 йәш бейергә ярата. Әлеге ваҡытта юғары белем ала, шулай уҡ тренер булып эшләп тә өлгөрә. Еңеүсегә ҡиммәтле биҙәүес һәм 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды. Әйткәндәй, Радмила шулай уҡ "Мисс интернет" исемен дә яуланы.

Конкурста 1-се урынға Карина Таксанова лайыҡ булды, ә Гөлсөм Ғәлиуллинаға 2-се урын бирелде.  "Мисс спорт" номинацияһына Илнара Хәсәнова, "Мисс дуҫлыҡ" номинацияһына Милена Ҡоланбаева билдәләнде. 

Конкурсты «Luna Models» моделдәр агентлығы (етәксеһе Луиза Зәкирйәнова) һәм Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты ойошторҙо.

 

Юлай КӘРИМОВ фотолары.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас