Бындай үҙәктең концецияһын ҡала хакимәте 2025-2026 йылға әҙерләргә тейеш. Балалар өсөн өлгөлө ял итеү үҙәген "Чайка" һауыҡтырыу лагеры базаһында ойоштороуҙары мөмкин. 6 апрелдә төбәк етәксеһе лагерҙын эше менән танышты һәм уны артабан үҫтереү перспективалары хаҡында һөйләште. 1936 йылдан Өфөлә эшләүсе лагерҙың майҙаны – 2,8 га. Уңайлы шарттар булдырылған корпус тар, универсаль спорт комплексы, яңыртылған медицина корпусы, 100 кешелек ашханаһы булған балалар учреждениеһы бер сменаға 95 баланы ҡабул итә ала. Уның директоры Марина Суворова әйтеүенсә, йәйгеһен лагерь дүрт смена ҡабул итә ала. Ҡышҡыһын һәм яҙғыһын бында төрлө ярыштар, олимпиадалар үтә.