***
Ғүмер үлсәмдәре ниндәй икән?Ваҡыттыҡы сәғәт, минутлап.Әллә инде кеше үҙ ғүмерен,Үлсәй микән атлап, аҙымлап...Айҙар, йылдар ваҡыт даръяһында,Нисә аҙым кеше ғүмере?Ниңә ярты юлда, кемдәрҙеңдерУсағында һүнә күмере?Ғүмер үлсәмдәре ниндәй икән?Миҙгелдәрме, әллә дәүерме?Миҙгелдәрҙе, миҙгел алмаштырып,Шул дәүерҙәр һеңгән хәтерме?Күпме һорау, күпме уйҙарымдың,Береһенә яуап тапмайым.Аҙымдарҙы яйлап һанай - һанай,Үҙем һаман алға атлайым...#МөхәмәтйәрМәғәсүмов