Мөнир ИҠСАНОВ 1984 йылдың 11 ноябрендә Орловка ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетының Учалы факультетында филология бүлеген тамамлай. Төрлө йылдарҙа хәбәрсе булып эшләй. 2015 йылдан Миндәк ауылының 7-се һанлы урта мәктәбендә (Килмәк милли башҡорт мәктәбе) башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Өс китап авторы, Яҙыусылар союзы ағзаһы. Бәләбәй ҡалаһында үткән “Илһам шишмәләре – 2011” шиғриәт фестивале еңеүсеһе. Флүзә Әхмәҙиева исемендәге төбәк әҙәби премия лауреаты.
ҺУҠМАҠ
Төрлө яҡҡа ташлай яҙмыш еле,
Төрлө юлдан мине йөрөтә.
Әммә ауылым янындағы һуҡмаҡ
Төп юл булып ҡала йөрәктә.
Таҡыр һуҡмаҡ ауыл балаларын
Арбап ятты серле таҫмалай.
Шунда тәүләп ергә аяҡ баҫты,
Шунда донъя асты ҡыҙ-малай.
Шул һуҡмаҡтан индем урманыма,
Аҙашырмын, тип һис ҡурҡманым.
Шул һуҡмаҡтан, гүйә, атлап ҡына
Инде йырам дәүер урманын.
Шишмә буйҙарына илтте һуҡмаҡ.
Гөл-сәскәләр уны биҙәне.
Шул һуҡмаҡҡа тоташҡанға күрә,
Саф тойола ғүмер шишмәһе.
Тура юлдан яҙмай барам бөгөн,
Яҙмыш һынауына һынманым,
Тормош һуҡмағына әйләнгәнгә
Ата-бабам һалған һуҡмағым.
Өҙөлөрҙәй милләтемдең юлы,
Ошо һуҡмаҡ ҡалһа өҙөлөп.
Ошо һуҡмаҡ ҡый аҫтында ҡалһа,
Илем ҡалыр төҫлө иҙелеп.
Заман шырлығынан ҡалай сығыр,
Үҙ һуҡмағын халыҡ юғалтһа?!
Ҡалай татыр ырыҫ ҡарандарын,
Ят һуҡмаҡтан халыҡ юл алһа?!.
Бына ҡайттым ҡабат һуҡмағыма,
Ҡайтҡан һымаҡ бала сағыма.
Таҡырлығы уның тарайһа ла,
Күҙҙәремә әле салына.
Сылтырай шишмә, шаулап ҡуя урман.
Ул еремдең миңә әйтеүе:
"Бер саҡ бында ҡабат һуҡмаҡ ярыр
Башҡорт сабыйының тәпәйе!"
САБЫЙ ҒЫНА БУЛЫП ҠАЛЫР ИНЕМ
Сабый ғына булып ҡалыр инем.
Кенә тотмаҫ инем йөрәктә.
Кеше көлгән мәлдә көлөр инем,
Көйөр инем, кеше көйгәндә.
Сабый ғына булып ҡалыр инем.
Айырып тормаҫ инем инсанды.
Үтеп китер инем, һиҙмәйенсә
Йоҙроҡ төйөп ҡалған дошманды.
Сабый ғына булып ҡалыр инем.
Башты эймәй шөһрәт-исемгә,
Өлкәнгә лә мин өндәшер инем,
Өндәшкәндәй "һин" тип кесегә.
Сабый ғына булып ҡалыр инем.
Бикле тотмаҫ инем уйымды.
Уйын күрер инем был тормошто,
Тормош итер инем уйынды.
Сабый ғына булып ҡалыр инем.
Кеше йыйыр инем эргәмә.
Ыҙғыш-талаштарҙы оноттороп,
Нур таратыр инем һәр кемгә.
Сабый ғына булып ҡалыр инем.
Ҡат-ҡат асыр инем донъяны.
Хыялдарға сумыр инем көн дә,
Тапар инем тик үҙ юлымды.
Сабый ғына булып ҡалыр инем –
Оса ваҡыт тигән елкәндәр.
Ә бит донъяларҙы тотоп тора
Сабый булып ҡала белгәндәр!
БАЛАЛАР
Эй балалар…
Саҡма ташым бит ул,
Салт ҡояшым бит ул – балалар.
Яңғыҙлыҡтан күңел өшөгәндә,
Шундай нурлы итеп бағалар!
Эй балалар…
Яҙғы көнөм бит ул,
Таңғы моңом бит ул – балалар.
Һағыш утын йотҡан йөрәгемә
Алғыш тамсыларын һалалар!
Эй балалар…
Аҡыл эйәләре,
Йәшәүемә өлгө – балалар.
Аһ-зар белмәйенсә, был донъяла
Мөхәббәтле һәм шат булалар.
Эй балалар…