Һүҙ башлыса сәнәғәт предприятиеларының мөхиткә зыянын кәметеү тураһында барған.
"Беҙҙең алда - дүрт киҫкен мәсьәлә тора. Улар атмосфераға бысраҡ матдәләр сығарыу, тотонолған һыуҙар, сүплектәрҙе бөтөрөү, тәбиғәттән файҙаланыуҙа хоҡуҡ боҙоу", - тип яҙған БР Башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.
Һөйләшеүҙә Башҡортостан предприятиеларының берҙәм комплекслы экологик рөхсәт алыу мөһимлегенә иғтибар йүнәлтелгән. Был рөхсәт документында мөхитте һаҡлау буйынса мотлаҡ талаптар яҙыла. Ҡануниәткә ярашлы, уны 2025 йылдың 1 ғинуарынаса алыу тейешле.
"Светлана Геннадьевна менән "Уфанефтехим" майҙансығы буйынса мөһим ҡарарға килдек - йыйылған зыянды бөтөрөргә республиканың ғына хәле етмәҫ, шунлыҡтан федераль үҙәк ярҙам итәсәк", - тип яҙған Р. Хәбиров.
Фото: Радий Хабиров (vk.com)