Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Апрель 2024, 10:30

Их, ҡотҡарып булманы...

18 мартта Амур өлкәһенең "Пионер" руднигында ер емерелеп, шахтерҙар күмелеп ҡалғайны. Тик ни тиклем үкенесле: уларҙы ҡотҡара алманылар. 13 кешенең бишәүһе Башҡортостандан ине... Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Азамат Юлдашбаев белдереүенсә, яҡташтарыбыҙҙың исеме мәңгеләштереләсәк.

Их, ҡотҡарып булманы...Их, ҡотҡарып булманы...
Их, ҡотҡарып булманы...

Биш яҡташ шахтерҙың дүртәүһе Сибайҙан, береһе Учалынан ине. Сибайҙа уларҙың исемен мәңгеләштереү буйынса ҡарар ҡабул ителгән. Яҡындары ошо көндәрҙә Амур өлкәһенән өйҙәренә ҡайтҡан һәм хакимиәт башлығы улар менән осрашҡан. Бергәләп урындағы Таусылар скверында һәләк булған шахтерҙар иҫтәлегенә арнап мемориал булдырырға хәл иткәндәр.

“Беҙ һуңға тиклем тиклем мөғжизәгә ышандыҡ, тик булманы... 13 шахтер өсөн “Пионер” туғандар ҡәберлегенә әйләнде. Үҙемдең һәм бөтә таусылар ҡалаһы исеменән яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Сибай шахтерҙары Олег Симонов, Юрий Марков, Ролан Шәрипов һәм Вадим Николаевтың исемдәре мәңгегә Хәтер китабында һаҡланасаҡ”, –  тип яҙған социаль селтәрҙә Азамат Юлдашбаев.

Фото: Телеграм-канал Mash Amur.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас