Адель ХӨСӘЙЕНОВА, «ИТА» тренинг үҙәге етәксеһе, БР мәғариф һәм фән йәштәр министры:
БР Дәүләт Йыйылышы– Ҡоролтайҙа БР Хөкүмәтенең эшмәкәрлегенә арналған отчетта БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров төбәктә йәштәр сәйәсәте өлкәһендә алып барылған эштәргә айырым туҡталды. Башҡортостан Волга буйы федераль округында йәштәр һаны буйынса беренсе урында, республика йәштәр хәрәкәте, ойошмалары күплеге буйынса ла алдынғылар иҫәбендә.
Һуңғы биш йылда ҡаҙаныштарыбыҙ етерлек.
Мәҫәлән, 2023 йылда ғына йәштәр социаль проекттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн республикаға 70 миллион һум аҡса йәлеп ителгән. Йәштәр сәйәсәтенә иғтибар ҙур . Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты булдырылды, муниципалитеттарҙа йәштәр үҙәктәре яңыртылды һәм мөһим социаль әһәмиәтле проекттарҙы тормошҡа ашырғанда, ирекмәнлек хәрәкәте үҫешендә йәш быуындың йәлеп ителеүен күрәбеҙ.
Хәҙер төбәктә йәштәр сәйәсәтен үҫтереү дәүләт программаһы менән билдәләнә. Уға йәштәрҙең ижади потенциалын үҫтереү, бәлиғ булмағандар һәм йәштәр араһында асоциаль күренештәрҙе иҫкәртеү, йәштәрҙе патриотик һәм рухи-әхлаҡи тәрбиәләү һәм ирекмәндәр хәрәкәтен үҫтереү буйынса ярҙамсы программалар инә.
Башҡортостанда йәштәр сәйәсәте йылдан-йыл үҫешә, йәштәр өсөн иң яҡшы шарттар булдырыла. Әйҙә, матур идеяларыңды күрһәт, ижад ит, эшлә генә!