Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апреля 2024, 13:00

Һуғанды ла ҡыҙҙыра белеү кәрәк

Уңған хужабикәләр кәңәше:  

Һуғанды ла ҡыҙҙыра белеү кәрәкҺуғанды ла ҡыҙҙыра белеү кәрәк
Һуғанды ла ҡыҙҙыра белеү кәрәк

- Көслө ут өҫтөндә ҡыҙҙырғанда һуғандың сит-ситтәре алтынһыу төҫкә инеп ҡыҙарыр, ә уртаһы аҡһыл килеш ҡалып, кетерҙәп торор.

- Һүрән утта ҡыҙҙырғанда һуған йомшаҡ һәм һутлы булыр.

- Ҡыҙҙырған саҡта тоҙ һипһәң, һуған бик йомшаҡ булып, иҙелеп бешер.

- Шәкәр ҡомо һипкәндә ул алтынһыу төҫөн алыр, кетерҙәп кенә торор. Бындай һуғанды картуф иҙмәһе әҙерләгәндә һалырға, табынға биргәндә билмән, ярма гарнирҙары өҫтөнә һибергә мөмкин.

- Әгәр һуғанға тоҙ һипмәй генә ҡыҙҙырғанда һәм әҙер булыр алдынан ғына утты арттырғанда ул алһыу төҫкә инә. Бындай һуған аш өсөн бынамын тигән буласаҡ.

 

 

Автор:Гөлнур Ҡыуатова
Читайте нас