Был схема менән "яҡындан танышҡан" кешеләрҙең һөйләүенсә, кеҫә телефонына билдәле банктарҙың береһенән хәбәр килә. Йәнәһе лә, Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте бойороғона ярашлы, уның картаһынан ай һайын күпмелер сумма алынып, МХО ихтыяждарына йүнәлтеләсәк. Артабан: "Әгәр аҡса күсереүҙән баш тартһағыҙ, быны рәсми рәүештә теркәр өсөн һылтанма буйынса инегеҙ", тиелә. Тап ошонда һеҙҙе ҡапҡан көтә лә инде! Сөнки тәү ҡарамаҡҡа рәсми күренгән һылтанма буйынса сайтҡа күсһәгеҙ - аҡсағыҙҙан елдәр иҫәсәк!
Республика халҡын уяу булырға һәм шикле хәбәрҙәргә иғтибар итмәҫкә саҡырабыҙ, билдәһеҙ һылтанмаларға баҫмағыҙ! Яҡындарығыҙҙы ла был турала иҫкәртегеҙ!
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.