Мәскәүҙең Преображенский район суды 15 балалы Юлия Логинованың эше буйынса сираттағы ҡатынды ҡулға алған. Улар балалар менән сауҙа итеүҙә шик аҫтында.
Баш ҡала судтарының Telegram-каналында хәбәр итеүҙәренсә, яңыраҡ ҡулға алынған Дағстанда йәшәүсе ҡатын 13 тәүлеккә ябылған. Уның 2019 йылда тыуған сабыйын һатыуы тикшерелә.
...2023 йылдың октябрендә тәфтишселәр тарафынан Юлия һәм уның “енәйәттәштәре” Наталья Патока, Фирүзә Ускановаларҙың бала менән сауҙа иткәне асыҡланған.
47 йәшлек Юлияның дауаханала ятҡан бер балаһының ҡанында табиптар ҡулланыуҙа тыйылған препарат булғанын асыҡлағандан һуң, ҡатын ҡулға алынған. Прокуратура тикшереү башлаған һәм шул билдәле булған: ҡатын 15 балаһының икәүһен (иң бәләкәстәре) үҙе тыуҙырған, өсәүһен суррогат әсә тапҡан. Тик тәфтишселәр тикшерә торғас, уның 2010 йылдағы операциянан һуң, бала табырға һәләтле булмауы асыҡланған. Патоканың иждивениеһында ла 15 бала булған. Ул, йәнәһе, ауыр тормош хәленә ҡалыусы әсәләр приюты асҡан.
Шул уҡ айҙа Үзбәкстан гражданы Фирүзә Усканова ла ҡулға алынған. Был ҡатын ике йыл рәттән бала тыуҙырған да, Логиноваға биргән. Уныһы ялған документтар яһап, балалар суррогат әсәнән тыуҙы, тип теркәткән. Ғинуар айына балалар менән сауҙа итеүселәр исемлегендә 11 ҡатын булған. Улар Рәсәйҙән, Украинанан, Дағстандан, Үзбәкстандан. Бала тапҡандар ҙа, сабыйҙары төрлө законһыҙ юл аша Логинова менән Патокаға эләккән...
Хәҙер балаларҙың ҡайҙан, кемдеке икәнен тулыһынса асыҡларға кәрәк...