Башҡортостанда ғаиләләргә ярҙам итеү, һаулыҡты һаҡлау һәм үҙ-үҙеңде тормошҡа ашырыу өсөн төрлө шарттар булдырылырға тейеш.
- Күп балалыҡ йүнәлешен һаҡлау һәм арттырыу биш йыллыҡ эшебеҙҙең төп һөҙөмтәһе булды. Ил Президенты үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә билдәләүенсә, «ишле ғаилә йәмғиәттә нормаға әүерелергә, дәүләт стратегияһының йүнәлеше булырға тейеш». Бөгөн республикала 59 меңдән ашыу күп балалы ғаилә бар. Волга буйында был – беренсе, ә илдә 7-се урын. Маҡсатлы йүнәлеш – ошондай ғаиләләрҙең һанын 10% арттырыу, - тине Андрей Назаров.