Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Апрель 2024, 18:27

81 йәшлек әбейҙе хаталы аҙымдан ейәне ҡотҡарған

Юғиһә, муттарҙы байытыр ине.

81 йәшлек әбейҙе хаталы аҙымдан ейәне ҡотҡарған81 йәшлек әбейҙе хаталы аҙымдан ейәне ҡотҡарған
81 йәшлек әбейҙе хаталы аҙымдан ейәне ҡотҡарған

Пенсионерға ялған "полиция хеҙмәткәре" шылтырата һәм ҡыҙының юл-транспорт ваҡиғаһына эләгеүе тураһында хәбәр итә. Һөйләшеү барышында шылтыратыусы телефонды, йәнәһе, уның ҡыҙына тапшыра. Зыян күреүсенең әйтеүенсә, тауыш оҡшаш булған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәре тип һаналған кеше хәлде яйға һалыу өсөн 1 миллион һум аҡса талап итә. Әбей, унсама аҡсам юҡ, тигәс, енәйәтселәр уның 150 мең һум аҡсаһын алырға ризалаша. Аҡсаны курьерға тапшырыр алдынан, әбей ейәненә шылтыратырға була. Ейәне уның мутлашыусылар менән һөйләшеүен, таныш булмаған кешеләр менән аралашыуҙы туҡтатырға кәңәш итә. Бынан һуң әбей полицияға мөрәжәғәт итә, тип яҙа Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән Диана Ғөбәйҙуллина.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас