Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель , 17:25

Яҡташыбыҙ ҙа яраланған

Күрше Татарстанда самолет тибындағы дрондар һөжүме ваҡытында Башҡортостандан булған студент та зыян күргән.

Яҡташыбыҙ ҙа яраланған
Яҡташыбыҙ ҙа яраланған

 Баймаҡтан 16 йәшлек егеттең яраланыуы билдәле.

 Республика Рәйесенең матбуғат хеҙмәте етәксеһе Лилиә Ғәлимова зыян күреүселәрҙең хәле тураһында хәбәр итте.

 "Бөтәһе лә уртаса кимәлдәге йәрәхәттәр алған, уларҙың хәле тотороҡло», – тип белдергән.

Фажиғәлә 14 кеше яраланған, шул иҫәптән ике бәлиғ булмаған үҫмер. Алты зыян күреүсе Алабуға үҙәк район дауаханаһында ҡала, ҡалғандары амбулатор рәүештә дауалана. Яраланғандарҙың барыһы ла –  урындағы «Алабуга Политех» уҡыусылары.

  Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә Татарстанда дрондар «Алабуға» махсус иҡтисади зонаһы территорияһына, республиканың Алабуға һәм Түбәнге Кама предприятиеларына һөжүм итте. Пилотһыҙ осоу аппараттары НАТО илдәренең ҡорамалдары менән йыһазландырылған булған.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас: