Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апрель 2024, 12:25

Водителдәр иғтибарына

4 апрелдә М-5 "Урал" трассаһының участкаһы фуралар һәм автобустар өсөн ваҡытлыса ябыла.

Водителдәр иғтибарынаВодителдәр иғтибарына
Водителдәр иғтибарына

"Урал буйы" юл идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, күрше Силәбе өлкәһендәге шартлатыу эштәре дауам итеү сәбәпле, иртәгә юл иртәнге сәғәт 9-ҙан көндөҙгө 2-гә тиклем ябыла. Ойошмала асыҡлауҙарынса, фуралар һәм автобустар хәрәкәте Федоровка ауылынан Силәбе өлкәһе менән сиккә тиклем туҡтатылып тора (1480+000 - 1548+651 км). Еңел транспортҡа сикләүҙәр ҡағылмай.

Тимер юл аша сығыу урынында ремонт эштәренә бәйле Иглин-Красный Восход юлының 22+257 саҡрымында  киске сәғәт алтынан сикләүҙәр индерелә.

Ташҡын һыуҙары кимәле күтәрелеүгә бәйле 3 апрелдә 16.00 сәғәттән Бишбүләк районында Дим йылғаһы аша күпер буйынса бөтә транспорт төрҙәре өсөн хәрәкәт сикләнә.

Айыт һәм Боголюбовка тораҡ пункттары аша урап үтергә мөмкин.

Фото: https://vk.com/udhrb

Водителдәр иғтибарына
Водителдәр иғтибарына
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас