Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Апреля 2024, 08:30

Уҡытыусы ҡатыны иҫән килеш тыуған балаһын ҡар аҫтына күмгән

Әле ҡатынға ҡарата енәйәт эше асылған. Тикшереү эше алып барыла.

Уҡытыусы ҡатыны иҫән килеш тыуған балаһын ҡар аҫтына күмгәнУҡытыусы ҡатыны иҫән килеш тыуған балаһын ҡар аҫтына күмгән
Уҡытыусы ҡатыны иҫән килеш тыуған балаһын ҡар аҫтына күмгән

Ҡот осҡос хәл Свердлов өлкәһендә була.  28 йәшлек Татьяна йөклө булыуын иренән йәшереп йөрөгән. Уның ире мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Был ғаиләлә 3 йәшлек ҡыҙ һәм 5 йәшлек малай тәрбиәләнә.

2023 йылдың 20 декабрендә Свободный биҫтәһендә Татьяна иртән бала таба һәм сабыйын мунса артына ҡарға күмеп ҡуя. Был көндө иртән ул иренә, билем ауырта, тип зарлана.

– Ул яңы тыуған балаһын тыуғас та үлтерергә маташа – көрәк менән ҡар аҫтына күмеп ҡуя. Ҡатын көндөң һалҡын булыуын һәм һауа булмағас, ҡар аҫтына күмелгән малайҙың һәләк буласағын аңлап эш итә, – тиелә Тикшереү комитеты хәбәрендә.

Яңы тыуған сабыйҙы Татьянаның ҡайныһы ҡотҡара. Ул ҡатынды баҡсала күреп ҡала, ни булыуын асыҡлай һәм хоҡуҡ һаҡлаусыларға шылтырата.

– Участковый баланы эҙләп табыу сараларын күрә, «Тиҙ ярҙам» саҡыра, улар балаға тейешле яҙам күрһәтә һәм сабыйҙы дауаханаға алып китәләр, – тип хәбәр итә Свердловск өлкәһе прокуратураһы.

Автор:Гөлнара Солтанова
Читайте нас